Әйтемдәр

1. Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем

үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар... (Матфей 7:24-27)  

2. Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ,
ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? Минең яныма килеп,
һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә
әйтәм: ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш
нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан
сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай,
сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде
үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған
кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ
ауған һәм тулыһынса емерелгән. (Лука 6:46-49) 

3. Сөнки зирәклекте ҡолона Раббы Үҙе күндерә; ғилем һәм аҡыл Уның теленән төшә. 

Раббы - күңелдәре саф кешеләр өсөн ҡотолоу, туры юлда булғандар өсөн ҡалҡан. 

Ғәҙел ҡолона һуҡмаҡтарын һәм тоғро кешеләренең юлдарын һаҡлай Ул. 

Шул ваҡытта һин таҡуа, ғәҙел, намыҫ һәм һәр төрле изге юлдың мәғәнәһен аңларһың. 

Зирәклек һинең йөрәгеңә кереп урынлашҡас һәм белем һинең йәнеңде биләп алғас, 

төплөк һәм аҡыл һине һаҡлап тороусы булыр. 

Улар һине яуызлыҡ юлына төшөүҙән, ялған һөйләүселәр ҡотҡоһынан һаҡлап торор. (Кинәйә 2:6-12)

4. Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа, ә мәсхәрәле һүҙ асыуҙы ҡуҙғата. (Кинәйә 15:1)  

5. Барыһынан да бигрәк йөрәгеңде һаҡла; сөнки йөрәк тереклек сығанағы. (Кинәйә 4:23) 

6. Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер. (Матфей 5:8) 

7. Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр. Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса.  (Матфей 16:16,17) 

8. Эстәренә ен эйәләшкән кешеләрҙә, Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. (Марк 3:11)  

9. Мәсих – Ул күҙгә күренмәгән Алла киәфәте.  (Колосстарға 1:15) 

10. Мин һәм Ата – бер (Яхъя 10:30) 

11. Әҙәм Улыла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде... (Матфей 20:28)   

12. Мәсих үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш. (Матфей 16:21) 

13. Ғайса уларға былай тине: Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасанда асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасанда һыуһамаҫ. (Яхъя 6:35)  

14. Алла һүҙен тыңлаған һәм уны үтәгән - шул минең әсәйем һәм минең туғандарым. (Лука 8:21)  

15. Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаныла, Улы Ғайсаныла инҡар итә. (1. Яхъя 2:22) 

 

 

Бүлешеү

Your encouragement is valuable to us

Your stories help make websites like this possible.